Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
24 Август , 09:00

Ташҡабаҡтан икра

Яһауы ауыр түгел. Үҫтергән уңышығыҙға ҡыуанырға яҙһын!

Ташҡабаҡтан икра
Ташҡабаҡтан икра

Ташҡабаҡ (кабачки) – 2 кг

Томат пастаһы – 350 г

Көнбағыш майы – бер стакан

Шәкәр – бер стаканды тултырмай

Тоҙ – бер ҡалаҡтан әҙерәк

Һарымһаҡ – ике баш

Уксус – 100 г

Ҡыҙыл борос – бер балғалаҡ самаһы (кем әсе яратмай, әҙ генә һалһа ла була)

Ташҡабаҡты ит турағыстан үткәрергә, уға көнбағыш майы, шәкәр, тоҙ, томат пастаһы, шулай уҡ ит турағыстан үткәрелгән һарымһаҡты һалып бутарға һәм 30 минут бешерергә. Уттан алғас, уксус һалып, ҡыҙыл боросто һибеп, яҡшылап болғатырға ла банкаларға тултырырға. Шунан стерилләргә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: