Бронхиттан, астманан профилактик сара булараҡ ҡулланалар. Ҡайнатма гемморойҙан, авитаминоздан файҙалы, организмдан бик күп токсиндарҙы ҡыуып сығара, эсәктәрҙе төрлө паразиттарҙан таҙарта. Бәпембә ҡайнатмаһын быуындар һыҙлауы менән интегеүселәргә лә тәҡдим итәләр. Бынан тыш бик яҡшы тынсыландырыу сараһы ла булып тора, үҙәк нервы системаһының эшмәкәрлеген көйләй, шунлыҡтан төнгөлөккә бәпембә ҡайнатмаһы менән сәй эсеп ятырға тәҡдим ителә. Шулай уҡ ҡайнатма матдәләр алмашыныуына ла ыңғай йоғонто яһай.
Бәпембәнән ҡайнатма әҙерләү ауыр түгел, өҫтәүенә күп ваҡыт та талап ителмәй. Ҡайнтама өсөн иң беренсе 40-ләп бәпембә сәскәһен һабаҡтарынан, япраҡтарынан айырып әҙерләр кәрәк. Сәскәләр әҙер булғас, өҫтөнә 0,5 литр һалҡын һыу ҡойоп, ике минут ҡайнатырға һәм һыуын һарҡытып, яшы ғына итеп һығып алырға кәрәк.
Тиҙ әҙерләнә торған ҡайнатма. Тиҙ әҙерләнеүсе ҡайнатма өсөн 7 стакан шәкәргә, һарҡытып алынған һыуҙы ҡушып, ҡайнатырға ҡуйырға. Сироп ҡайнап сыҡҡас бәпембәләрҙе һалып тағы 7 минут ҡайнатырға. Әҙер булғас бәләкәй банкыларға һалып, ҡапҡасын ябып, ҡаплап ултыртырға. Әҙер ҡайнатмаларҙы һыуытҡыста һаҡларға мөмкин.
Фото:Т.Аманов.