Июндә сәскә атһын тиһәгеҙ, уны февраль башында йәки марттан да ҡалмай ултыртырға кәрәк.
Орлоҡто нейтраль йомшаҡ тупраҡҡа сәсәләр. Тупраҡҡа көл, калий сульфаты һалырға онотмағыҙ. Уны зарарһыҙландырыу өсөн һуңынан марганцовка эретмәһе ҡойорға.Был сәскәнең ваҡ ҡына оролоҡтары бик оҙаҡ сыға. Сәскәндә тупраҡ өҫтөнә ҡар һалып, орлоҡто һибегеҙ. Ҡар иреп бөткәс, өҫтөн полиэтилен менән ҡаплап ҡуйығыҙ.
Торф таблеткаларында ла петуния яҡшы үҫә. Үҫентеләргә 25 градус йылылыҡ һәм яҡтылыҡ талап ителә. Ҡараңғы урында улар насар үҫә. Петуниялар тәүҙә тамыр системаһын үҫтереп ала. Һуңынан ғына япраҡтарын эреләтә. 3 – 4 япраҡ ебәргәс, айырым стакандарға күсереп ултыртығыҙ.