-3 °С
Ҡар
Хужабикәләр, ял иртәһендә ғаиләгеҙҙе ҡоймаҡ менән һыйлағыҙ әле. Тик ҡоймаҡ ябай түгел, ә серле, дөрөҫөрәге сырлы!
Рецепт ябай:
һөт - 1 стакан
кефир - 1 стакан
йомортҡа - 2 дана
тоҙ - 1 балғалаҡ
шәкәр - 1 аш ҡалағы
сода - ярты балғалаҡ
үҫемлек майы - 4 аш ҡалағы
он - 1 стакан
ҡырғыстан үткәрелгән сыр, йәшел тәмләткестәр.
Бик тәмле килеп сыға, беҙ тикшереп ҡараныҡ. Рецепты юғалтмаҫ өсөн үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!
Фото: krasivoe-foto.ru