Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
26 Декабрь 2023, 10:30

Яңы йыл табынына "Шыршыҡай" әҙерләгеҙ

Был тәмле һәм матур салатты бөтәһе лә яратып ашай.

Яңы йыл табынына "Шыршыҡай" әҙерләгеҙ
Яңы йыл табынына "Шыршыҡай" әҙерләгеҙ

Был салат өсөн 200 грамм тауыҡ ите, 150 грамм корейса кишер, 3-4 йомортҡа, 1-2 йәшел алма, 100 грамм сыр, 2-3 киви, биҙәү өсөн бер нисә мүк еләге (клюква) йәки ҡыҙыл ҡарағат, майонез кәрәк буласаҡ.

Тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ, һыуытабыҙ һәм шаҡмаҡлап турайбыҙ.

Итте оҙонса формалағы тәрилкәгә өсмөйөш рәүешендә бер нисә ҡатлам итеп һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ.

Аҙаҡ вағыраҡ итеп туралған корейса кишер һалабыҙ. Ә уның өстөнә саҡ ҡына майонез ағыҙабыҙ.

Киләһе ҡатламға эре ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа, аҙаҡ ҡабығынан таҙартылып ҡырғыс аша үткәрелгән алма һалына. Артабанғы ҡатлам – ваҡ ҡырғыстан ҡырылған сыр. Уның өҫтөнә йоҡа итеп теленгән киви теҙеп сығырға кәрәк.

Салат шыршыға оҡшап торһон өсөн, ҡул менән тигеҙләп, өсмөйөш формаһы яһайбыҙ. Әҙер салатты бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк. Шулай эшләгәндә ул бигерәк тә тәмле буласаҡ.

Был салат Яңы йыл табынына петрушка, мүк еләге (клюква) йәки ҡыҙыл ҡарағат менән биҙәп ҡуйыла.

Фото: cooku.ru

Автор:Карима Усманова
Яңы йыл табынына "Шыршыҡай" әҙерләгеҙ
Яңы йыл табынына "Шыршыҡай" әҙерләгеҙ
Автор:
Читайте нас: