Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
22 Ноябрь 2023, 13:35

Мәкле - эремсекле пирог

Аш - һыу блогеры Рәмзиә Вәлиеванан тәмлекәс рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Мәкле - эремсекле пирог
Мәкле - эремсекле пирог

Был пирогтың ҡамыры өсөн кәрәк була:  170 грамм аҡ май, 90 грамм шәкәр, 2 йомортҡа , бер ҡап он күперткес (разрыхлитель), 400-450 грамм он.

Эслеккә 500 грамм 5 процентлы эремсек, 2 йомортҡа , 150 грамм шәкәр, 40 грамм крахмал, ванилин кәрәк. Бөтәһен бергә һалып блендер менән болғатырға.

Эслек өсөн мәкте ҡайнар һыуға һалып ҡуйырға, унан һуң эслектең бер өлөшөнә һалырға.

Табаға ҡамырҙы ҡул менән йәйергә, ситтәрен күтәртеп яһарға кәрәк. Ҡамыр уртаһына эслекте аралаштырып (эремсек, мәкле эремсек) һалырға.

Духовкала  170 градуста 40 минут бешерергә.

Сәйгә бик тәмле тәмлекәс килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото һәм текст сығанағы: "Интертат"

 

Автор:Карима Усманова
 
Сығанаҡ:  https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-11-22/m-kle-eremsekle-pirog-3530486
Автор:
Читайте нас: