Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
16 Сентябрь 2023, 08:05

Май еҫтәрен сығарып, бауырһаҡ бешереп алайыҡ

Бауырһаҡтарығыҙ күпереп уңһын, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Май еҫтәрен сығарып,  бауырһаҡ бешереп алайыҡ
Май еҫтәрен сығарып, бауырһаҡ бешереп алайыҡ

6 йомортҡаны яҡшылап күпертәбеҙ, 0,5 балғалаҡ ҡабартҡыс(разрыхлитель), 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо(өйөп түгел) , 1 семтем тоҙ, иләнгән он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ,
❇Ҡамыр йомшаҡ була. Йомшаҡ булһа ла, ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап бер аҙ ял иттерәбеҙ. Ҡамыр ял иткәндә икенсе һауытҡа шыйыҡ май һалып ҡайнатып һыуытып алабыҙ.
❇ Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәргә бүлеп бауҙар(жгуттар)яһайбыҙ, 3-4 см оҙонлоҡта киҫеп сығабыҙ. Майҙа алһыу төҫкә ингәнсе болғата - болғата бешерәбеҙ.
⚠Бауырһаҡты һалып бешерә башлағанда май бик һалҡын да, бик ҡайнар ҙа булмаҫҡа тейеш.
❇ Бешеп барған береһен тишекле һауытҡа һалып, майынан һарҡытабыҙ.
💕Бауырһаҡтарығыҙ күпереп уңһын, сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!💕

 

Сығанаҡ:  https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_52262

Автор:
Читайте нас: