Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
16 Сентябрь 2023, 14:00

Бәшмәк бәлеше

Бәлеш ярты сәғәт самаһы бешерелә. Рецебын сайтыбыҙға инеп ҡарай алаһығыҙ.

1 кг ҡабартылған сөсө ҡамыр, 1 кг бәшмәк, 2 баш һуған, үҫемлек майы, йәшел тәмләткестәр, тоҙ, борос.
Һуғанды алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға һәм уға туралған бәшмәк, тоҙ, борос ҡушырға. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлергә кәрәк. Береһен дүртмөйөш итеп йәйергә лә (киңлеге 1,5 сантиметр булһын), йылы табаға ҡуйып, әҙерәк ҡабартып алырға.
Йәймәнең икенсеһе лә йәйелә, уныһын таҡта өҫтөндә генә ҡабарталар. Табалағы ҡамыр өҫтөнә әҙер бәшмәкте һалып, икенсе йәймә менән ҡапларға һәм ситтәрен семтеп йәбештереп сығырға кәрәк.
Бәлештең өҫтөнә йомортҡа һөртөп, бер нисә урындан сәнске менән тишергә. Бәлеш ярты сәғәт самаһы бешерелә.

Сығанаҡ:  https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2020-08-10/b-shm-k-to-lau-b-shm-k-salaty-retseptary-929566

Автор:
Читайте нас: