Таҙартып, ҡайнатып, эшкәртеүгә әҙер булған бәшмәктәрҙе 15 минут тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Унан йәнә һыуыҡ һыу менән йыуабыҙ.
Маринад өсөн 2 л һыу, 4 аш ҡалағы тоҙ, шул тиклем үк уксус, үҫмлек май алабыҙ. 1 аш ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ. Ҡара бөртөклө борсаҡ, ҡәнәфер һәм лавр япрағы өҫтәйбеҙ. Был маринадҡа әҙер бәшмәктәрҙе һалып, 20 минут бешерәбеҙ. Шунан уларҙы стерилләнгән банкаларға тултырып, өҫтөнә маринад ҡоябыҙ ҙа, тимер ҡапҡастар менән ябып ҡуябыҙ.
Тәмле булһын!