3 кг помидор, 1 кг башлы һуған, 1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 2 стакан дөгө, 2 стакан көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 3 аш ҡалағы тоҙ.
Ҙур кәстрүлгә май ҡойорға һәм туралған йәшелсәләрҙе һалырға (кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырырға, һуғанды түңәрәкләп, боросто оҙонсалап турарға). 20-25 минут тирәһе майҙа ҡурып алырға. Артабан йыуылған дөгөнө ҡушабыҙ, унан һуң ваҡ итеп туралған помидорҙы, тоҙ һәм шәкәрҙе һалырға. 20 минут быҡтырып бешерергә. Эҫеләй көйө генә банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябып, һыуынғансы төрөп ултыртып ҡуйырға.