Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
6 Сентябрь 2023, 10:10

Керән мең сирҙән дауа

Хәтерегеҙҙәлер: коронавирус пандемияһы осоронда бик күптәр тап керән төнәтмәһе эсеп шәбәйеүе тураһында яҙмалар менән уртаҡлашҡайны...

Керән мең сирҙән дауа
Керән мең сирҙән дауа

Керәндән яһалған төнәтмә бихисап сирҙәр осрағында файҙалы. Хәтерегеҙҙәлер: коронавирус пандемияһы осоронда бик күптәр тап керән төнәтмәһе эсеп шәбәйеүе тураһында яҙмалар менән уртаҡлашҡайны. 

Керән тамырын ҡаҙып алғас, щетка менән ышҡып, таҙа итеп йыуырға. Ҡырғыс йәки ит турағыс аша үткәреп, быяла банкаға йәки шешәгә яртылаш тулғансы һалырға. Өҫтөнә һыу ҡатнаштырылған спирт йәки араҡы ҡойорға. 10 көн тотҡандан һуң төнәтмә әҙер.

Был төнәтмә ниндәй сирҙәрҙән файҙалы? Иң тәү сиратта – ангина. Бер аш ҡалағы төнәтмә менән тамаҡты сайҡатырға һәм тағы ҡалаҡ эсемлекте эсергә.

Теш һыҙлағанда бер аш ҡалағы төнәтмәне ауыҙға уртлап, ауыртҡан теш тәңгәлендә тоторға. Быны көн дауамында бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин.

Грипп ваҡытында ингаляция яһау яҡшы һөҙөмтә бирә.

Ҡан баҫымы юғары булғанда. Был осраҡта 200 грамм ваҡланған керәнгә өс литр ҡайнап һыуынған һыу ҡушып, 15 минут ҡайнатығыҙ. Иртәнсәккә тиклем һыуынһын. Унан инде һөҙөп, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 100 грамм эсергә. Бер ай ял иткәндән һуң тағы бер ҡабатларға.

Трахеит, бронхит осраҡтарында бер аш ҡалағы ваҡланған керән тамырына өс аш ҡалағы бал ҡушып болғарға. Көнөнә 4-5 тапҡыр бер балғалаҡ ашарға. Ауыҙҙа, тамаҡ тирәһендә оҙағыраҡ тоторға тырышығыҙ.

Цистит, уретрит борсоһа, бер аш ҡалағы ваҡланған керән тамырына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут ултыртып тороғоҙ һәм эсегеҙ. Көнөнә өс-дүрт сынаяҡ эсергә мөмкин.  

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/club108059954

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2023-09-06/ker-n-me-sir-n-daua-3420665
Автор:
Читайте нас: