Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
2 Сентябрь 2023, 08:30

Ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡабымлыҡ

Быны эшләүе ауыр түгел. Яҙып алығыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа  тәмле ҡабымлыҡ
Ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡабымлыҡ

Новотроицк ҡалаһында йәшәгән Лилиә Солтанованан ҡышҡылыҡҡа турама рецепты тәҡдим итәбеҙ.

3 килограмм помидор, 1 килограмм кишер һәм татлы борос, 2-3 баш туралған һуған, үҫемлек майы һәм шәкәр, 1 баш һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы тоҙ, 1 аш ҡалағы ҡыҙыл борос, 1-1, 5 стакан уксус, 1 аш ҡалағы ҡара борос кәрәк.

Бөтә йәшелсәләрҙе йыуырға, таҙартырға. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, ҡалған йәшелсәләрҙе турарға ла бөтәһен ҡаҙанға һалып, ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 минут талғын утта бешерәбеҙ. Тәмләткестәр ҡушып тағы ла 20 минут бешергәндән һуң стерилләнгән банкаларға һалына.

Фотолар Лилиә Солтанованың шәхси архивынан.

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2023-08-31/ysh-yly-a-lili-n-n-t-mle-abymly-3414027

Автор:
Читайте нас: