Кәрәк:
2 йәш ташҡабаҡ
300 грамм үткәрелгән ит
1 стакан дөгө ярмаһы
1 баш һуған
2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ
1-2 ҡалаҡ он
1 стакан һыу, тоҙ, борос, көнбағыш майы.
Әҙерләү:
Һуғанды ваҡлап турайбыҙ ҙа көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ,үткәрелгән ит ҡушып ҡыҙҙырабыҙ.
Бүрттерелгән дөгө ярмаһы өҫтәйбеҙ, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ.
Эслек әҙерләнгәнсе ташҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ.Өҫтөнә тоҙ һибәбеҙ.
▪️Ташҡабаҡтан килеп сыҡҡан “һауыт”тарға эслек тултырабыҙ.
▪️Помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ, тоҙлайбыҙ. Соус ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
▪️Тултырылған ташҡабаҡтарҙы майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ.
▪️ Мейескә 180–200 градус эҫелеккә ҡуябыҙ. 30–40 минуттан файҙалы һәм тәмле ризыҡ әҙер
https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_51699