Салат яһау өсөн өс килограмм ҡыяр, бер килограмм һуған, дүрт-биш тырнаҡ һарымһаҡ, йәшел укроп, ике аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан шәкәр ҡомо, ярты стакан көнбағыш майы, ярты стакан аш һеркәһе алына.
Ҡыярҙарҙы йыуып, түңәрәк йәки ярым түңәрәк итеп турағыҙ. Өҫтөнә йәшел укроп турап һалығыҙ һәм барлыҡ тәмләткестәрҙе ҡушып, яҡшылап бутағыҙ. Хәҙер өҫтөн ҡаплап, 2-3 сәғәткә алып ҡуйығыҙ. Артабан утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡандан һуң, 20 минут бешерергә һәм стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябырға кәрәк. Ҡайнар банкаларҙы бер тәүлек төрөп тотоғоҙ.