Юл япрағы төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуҙарына дауа булып тора. Ул ашҡаҙандағы асыҡ яраны бөтәштерә, ауыртыуҙы баҫа, үҙәк көйгәндән ярҙам итә. Төнәтмәне йылы килеш, ашарҙан 30-40 минут алда эсегеҙ.
Ашҡаҙанға дауа булған төнәтмәне дөрөҫ итеп эшләр өсөн ике ысул бар.
1) 1 аш ҡалағы кипкән үләндең өҫтөнә 1 стакан эҫе, әммә ҡайнап өлгөрмәгән һыу ҡойоғоҙ ҙа, ҡапҡас ябып, 12-15 минут төнәтегеҙ. Бындай сәйҙе тәүлегенә 3-4 тапҡыр бешереп эсергә кәңәш ителә. Шуныһы, һәр ваҡыт яңынан төнәтегеҙ.
2) Бына был ысулда термос кәрәк була. 4 аш ҡалағы кипкән юл япрағы үләнен ярты литр эҫе һыу менән бешерәләр. Унан был сәйҙе термоста 2,5–3 сәғәт тирәһе төнәтелә. Был төнәтмәне тәүлегенә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы эсергә кәңәш ителә.
Был ике ысулда ла дауаланыу курсы 7 көн дауам итергә тейеш. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң, йәнә ҡабатларға була.
-3 °С
Ҡар