Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
30 Апрель 2023, 12:00

Лимон, әфлисун бәлеше

Тулыраҡ: 

Лимон, әфлисун бәлеше
Лимон, әфлисун бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 0,5 стакан һөт, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы сүпрә, бер семтем тоҙ, 2-3 стакан он.

Эслек: 1 лимон, 1 әфлисун, 1 стакан шәкәр, 3 сәй ҡалағы крахмал.

1. Өй температураһында иретелгән маргаринға он ҡушып болғатабыҙ.

2. Йылымыс һөткә шәкәр, сүпрә, тоҙ һалып, бер аҙ (5 минут) тотабыҙ.

3. Ике массаны бергә ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ һәм 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

4. Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүлеп йәйәбеҙ, береһен – бәлештең аҫҡы өлөшөн ҙурыраҡ итәбеҙ.

5. Эслек әҙерләйбеҙ (уны ҡамырҙы йәйгәс кенә яһайбыҙ): лимон менән апельсинды төштәренән таҙалап, ҡабығы менән ит үткәргестән сығарабыҙ, шәкәр, крахмал өҫтәп болғатабыҙ һәм 3 өлөшкә бүләбеҙ.

6. Бәлеште ҡат-ҡат итеп, ҡамыр менән эслекте сиратлаштырып яһайбыҙ. Бәлеш өҫтөнә 1-әр аш ҡалағы шәкәр, аҡ май, он болғатып һибергә була.

7. Уртаһында, һауа сығырға, тишек ҡалдырабыҙ.

8. Духовкала 40 минут самаһы бешерәбеҙ (духовканы бәлеште тыҡҡас ҡына ҡабыҙырға)

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-196727828_13271?access_key=700449..

Автор:
Читайте нас: