Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
29 Апрель 2023, 10:00

Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!

Ҡыҙҙар, һеҙҙең иғтибарға мамыҡ кеүек ҡамыр рецебы: 

Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!
Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!


1 стакан кефир
0.5 стакан көнбағыш майы
1 пакет (11г.) ҡоро сүпрә
1 сәй ҡалағы тоҙ
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
3 самалап он

Әҙерләү:

Кефирға көнбағыш майын ҡушып әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ м-н шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо дрожжи м-н бутайбыҙ, ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып 30 минутҡа йылы ергә ҡуйып торабыҙ ҡалҡһын өсөн. Ҡамыр ҡалҡҡансы эсенә һалырға эслек әҙерләйбеҙ.

Майлы табаға бөйөрөктәрҙе йәбештерелгән яғы м-н аҫҡа ҡаратып теҙеп сығабыҙ. Мейес йылығансы 10 минуттай ҡабартҡандан һуң, өҫтөнә йомортҡа һөртөп сығабыҙ.

Ҡыҙартып ҡына бешереп алабыҙ.

Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгәнен бешерергә була: пицца, бөйөрөк, булочкалар.
Ҡамыр һәр ваҡыт уңып сыға.
Тәмле булһын аштарығыҙ!

Сығанаҡ:   https://vk.com/wall-59192618_17988?w=wall-59192618_17988

Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!
Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!
Автор:
Читайте нас: