
Баҡса еләген иртә яҙҙан, ҡар иреп бөтөүгә туҡландыра башларға кәрәк.Был ваҡытта еләккә азотлы туҡландырыу кәрәк. 10 л һыуға бер шырпы ҡабы карбамид (мочевина) ҡушып иретеп һибергә була (һәр төпкә 0,5 л).

Беренсе сәскә бөрөләре күренеүгә 1 квадрат метрға 1 стакан иҫәбенән көл менән туҡландырырға мөмкин.

Өсөнсө туҡландырыу сәскә ата башлағас башҡарыла: 10 л һыуға 5 г бор кислотаһы ҡушып, өҫтән һиптерәләр. Ул еләктең тәмен яҡшырта, бөжәктәрҙе ҡурҡыта, бәшмәк ауырыуҙарын киҫәтеү сараһы булып та тора.
Дуҫтар, ә һеҙ баҡса еләген нисек ашлайһығыҙ?