Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
10 Апрель 2023, 08:30

Ҡайын һыуын ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?

Тәмле һәм файҙалы эсемлекте совет осоронда күпләп әҙерләп, һуңынан банкаларҙа һата инеләр. Организмдың талсыҡҡан, витаминдарға мохтаж мәлендә йәки мунсанан сыҡҡас эсер өсөн, түбәндәге рецепт буйынса ҡайын һыуын оҙайлы һаҡлауға әҙерләгеҙ.

Ҡайын һыуын ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?
Ҡайын һыуын ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға?
Өс литрлыҡ банка өсөн ҡайын һыуы, өс телем әфлисун (теләгәндәр лимонын да һала ала), 100 – 200 грамм шәкәр, ярты балғалаҡ лимон кислотаһы алына.
 
Яңы ғына йыйылған һәм һөҙөлгән ҡайын һыуын көслө утҡа ҡайнатырға ҡуябыҙ, өҫтөндә йыйылған күбекте алып торабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметәбеҙ.
 
Әфлисунды түңәрәкләп теләбеҙ, стерилләнгән өс литрлыҡ банкаға өс телемен һалабыҙ. Емеш янына лимон кислотаһы һәм шәкәрҙе өҫтәйбеҙ.
 
Ҡайын һыуын эҫе килеш банкаға ҡоябыҙ һәм стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.
 
Түңкәреп, өҫтөнә юрған ябабыҙ. Банка һыуынғас ҡына, уны ҡараңғы һәм һалҡын урынға урынлаштырабыҙ.
Сығанаҡ:  https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-04-20/ayyn-yuyn-ysh-yly-a-nisek-a-lar-a-2280578
Читайте нас: