Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
27 Март 2022, 17:10

Кемдәр субсидия аласаҡ?

Бының өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк

Кемдәр субсидия аласаҡ?
Кемдәр субсидия аласаҡ?

 

 
 
Кемдәр субсидия аласаҡ?

Башҡортостанда эш биреүселәр йәштәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү өсөн федераль субсидияға хоҡуҡлы. Дәүләт ярҙамы һәр эшкә урынлаштырылған граждан өсөн, район коэффициентын һәм страховка иғәнәләрен иҫәпкә алып, өс минималь эш хаҡы күләмен тәшкил итәсәк.

Субсидияға утыҙ йәшкә тиклемге эш тәжрибәһе булмаған колледждар һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы, урта һөнәри һәм юғары белемгә эйә булмаған йәштәрҙе, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙе, етем балаларҙы, бәлиғ булмаған балалары булған йәш ата-әсәләрҙе эшкә алған эшҡыуарҙар һәм компаниялар хоҡуҡлы.

“Яңы ярҙам сараһы эш эҙләүсе йәштәргә лә, бизнесҡа ла яңы мөмкинлектәр аса. Республикала һәммәһе 300 мең студент иҫәпләнә. Дәүләт ярҙамының яңы пакеты төбәктә йәштәрҙең мәшғүллеген арттырасаҡ”, - тине БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Субсидия этаплап түләнәсәк. Уны алыу өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итер кәрәк. Быны "Работа России" порталындағы шәхси кабинет аша  дистанцион юл менән дә башҡарып була. Шулай уҡ Социаль страховкалау фондына ғариза ебәрер кәрәк.

Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май”указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (Национальный проект "Производительность труда и поддержка занятости") сиктәрендә башҡарыла һәм йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Фото: Яндекс.Дзен

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-03-27/kemd-r-subsidiya-alasa-2745480
Автор:
Читайте нас: