Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
4 Август 2021, 14:59

Борһыҙ баҡса йәнһеҙ

Бор етмәһә, үҫемлектәрҙең буйға үҫкес остары, тамырҙары, үренделәре һәләк була. Сәскәләнеүгә зыян килә, шуға уңыш кәмей, йәшелсә-емештә аҡһым, витаминдар, углевод (крахмал, шәкәрҙәр) миҡдары кәмей, өлгөрөү мөҙҙәте оҙая.

Борһыҙ баҡса йәнһеҙ
Борһыҙ баҡса йәнһеҙ

Бор етмәһә, үҫемлектәрҙең буйға үҫкес остары, тамырҙары, үренделәре һәләк була. Сәскәләнеүгә зыян килә, шуға уңыш кәмей, йәшелсә-емештә аҡһым, витаминдар, углевод (крахмал, шәкәрҙәр) миҡдары кәмей, өлгөрөү мөҙҙәте оҙая.

  • Бор ҡытлығынан тамыраҙыҡтың үҙәге серей, алмала, армытта, сейәлә ҡабыҡ кеүек таптар яһала, уртаһы көрәнәйә, виноград еләге әскелтләнә. Емештәр ғәрипләнә, бөкө кеүек кәүшәк ерҙәре барлыҡҡа килә. Күҙәнәктең стеналары йоҡара, шунлыҡтан ҡоролоҡҡа, ауырыуҙарға бирешеүсәнлек арта, йәшелсә-емеште ҡыш һаҡлау ҡыйынлаша.

Сәскәгә бөрөләнгән, емшән ебәргән, һабаҡ үҫтергән саҡта үҫемлек борҙы күп тотона, шунлыҡтан тамыр борһыҙ ҡалып ҡорой йә үҫеүҙән туҡтай. Бор тамырҙың әүҙемлеген арттырып, тупраҡтан фосфор ғына түгел, азот, калий һәм башҡа микроэлементтарҙың, углеводтарҙың, гормондарҙың үҫемлеккә үтеүен тәьмин итә. Әммә башҡа элементтарҙан айырмалы, бор ҡартайған ағзаларҙан йәштәренә күсмәй, шуға тамыр йә япраҡтар аша даими килеп торорға тейеш, - ти биология фәндәре кандидаты Зәлифә Йосопова.

Сәскәгә бөрөләнә башлаған культураларҙы бор менән ашлау зарур. Эзбизләнгән, карбонатлы, әсе, татырлы тупраҡта тупраҡ борға ярлылана. Эзбиз борҙы үҫемлек үҙләштерә алмай торған формаға индерә. Тупраҡ уңдырышлы булған хәлдә лә, ямғырҙар, һыу һибеү борҙы тамырҙың буйы етмәҫ ҡатламдарға йыуып алып төшә.

Борлы ашламаларҙан Борогум препараты айырым урын биләй. Унда бор гуматтар менән бәйләнгән. Гуматтар туҡлыҡлы элементтарҙы үҫемлек күҙәнәктәренә үткәрә. Беҙҙең күп йыллыҡ тәжрибәләр Борогумдың тамыр яһалыуҙы көсәйтеүен, помидорҙың һәм ҡыярҙың сәскәләре, емшәндәре ҡойолоуын кәметеүен, тамыраҙыҡтарҙа һәм йәшелсә-емештә шәкәрҙе арттырыуын раҫланы, тип кәңәш бирә белгес.

Автор:Лилия Нуретдинова
Борһыҙ баҡса йәнһеҙ
Борһыҙ баҡса йәнһеҙ
Автор:
Читайте нас: