Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
25 Июль 2021, 14:00

Пицца өсөн помидор туңдыраһығыҙмы?

Пицца бешерергә яратыусыларға бер кәңәшебеҙ бар. 

Пицца өсөн помидор туңдыраһығыҙмы?
Пицца өсөн помидор туңдыраһығыҙмы?

Уңған хужабикәләрҙең баҡсаларында йәшелсәләрҙең иң өлгөргән мәле: түтәлдәрҙә ҡыяр, ашҡабаҡтар тупырлашып ята, һабаҡтарҙа помидор бешә. Күптәр тап ошо мәлде файҙаланып ҡалырға тырыша: туңдырғыстарға бер-бер артлы ҡыш көнөнә әҙерләнгән йәшелсәләр инеп ята.

Пицца бешерергә яратыусыларға бер кәңәшебеҙ бар. Тап ошо ваҡытта помидорҙы түңәрәкләп ҡырҡып, турау таҡтаһына полиэтилен йәйеп, уның өҫтөнә берешәр генә итеп ҡырҡылған помидор телемдәрен теҙеп сығығыҙ. Уның өҫтөнә тағы ла полиэтилен йәйеп, помидор теҙегеҙ. Был тәртиптә бер нисә тапҡыр ҡабатларға мөмкин. Аҙаҡ уны алдан әҙерләнгән пакетҡа йәки контейнерға тултырығыҙ ҙа, туңдырғысҡа һалығыҙ.

Ҡыш көнө помидорҙың хаҡы "тешләшкән" ваҡытта туңдырылған телемдәр пицца бешереү өсөн бик уңайлы, теләгән ваҡытта ҡулланырға мөмкин. Аштарығыҙ тәмле булһын!

 

Фото:godovenok.livejournal.com

Автор:Карима Усманова
Пицца өсөн помидор туңдыраһығыҙмы?
Пицца өсөн помидор туңдыраһығыҙмы?
Автор:Башҡортостан гәзите
Читайте нас: