Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
29 Апрель 2021, 18:17

Шашлыҡ әҙерләүҙең дә үҙ серҙәре бар

Тиҙҙән күңелле май айы етә, теләйһеңме-юҡмы, барыбер күңел тәбиғәткә тартыла башлай. Унда шашлыҡ та ҡурыла.

Шашлыҡты һәр кем үҙенсә бешерә, хәҙер уны әҙерләүҙең төрлө төрҙәре бар, һәр кем үҙ ысулын ҡуллана. Тәбиғәткә сығыр алдынан бер нисә ҡағиҙәһе иҫегеҙҙә тотоғоҙ:

1. Иттең теләгәнен һайлап алыр­ға мөмкинлек бар. Әлбиттә, һыйыр ите тап килеп бөтмәй, ә бына йәш тананыҡы йәки быҙау­ҙыҡы бара. Итте тиҙерәк әҙер булһын өсөн ваҡ ҡына итеп турау ҙа, эре итеү ҙә дөрөҫ түгел. Бөтә ерҙә лә сама кәрәк. Тауыҡ итен – 2 – 3 сәғәт, башҡа төрлө итте 5 – 6 сәғәт маринадта тоталар.

2. Маринад составына ингән классик ингредиенттар – тоҙ, борос, һуған, аш һеркәһе, шарап. Майонез ҡулланырға кәңәш итмәйбеҙ. Эш калорияла ғына түгел, майо­незды утта ҡыҙҙырып ашау зарарлы. Аш һеркәһе лә итте киптерә. Уның урынына лимондан да ҡулайырағы юҡ. Шулай уҡ итте балда ла маринадлайҙар. Был инде һәр кемдең зауығына бәйле.

3. Ит киҫәктәрен шампурҙарға буйлатып теҙергә кәрәк. Эрерәк киҫәктәр уртаға ҡуйыла.

4. Ит араһына туралған помидор, баклажан, һуған ҡуйыу бик шәп – уларҙың һуты уны тағы ла тәмлерәк итә.

5. Ҡулланыр алдынан шампурҙы утта ҡыҙҙырып, майлап алалар.

6. Шашлыҡты ҡыҙҙырғанда өҫтөнә ҡалған маринадты һибеп торалар.

7. Иттең әҙерме-юҡмы икәнлеген белеү өсөн бысаҡ менән ҡырҡып ҡарағыҙ – ҡырҡылған урындан алһыу һут аҡһа, ит әҙер түгел, үтә күренмәле һут шашлыҡтың әҙер булыуын күрһәтә. Ә бер ниндәй ҙә һут булмаһа – тимәк, ит көйгән.
Һуңғы ваҡытта күптәр итте шампурға теҙмәй, ә махсус һатылған һауытта әҙерләй. Был осраҡта ла тәҡдим иткән ошо ҡағиҙәләр тап килә.
Тәбиғәт ҡосағына сыҡһағыҙ, талпандан һаҡланыу сараһын да онотмағыҙ! Тәмле ризыҡ, яҡшы кәйеф һәм саф һауа күңелегеҙҙе күтәрһен, байрам кәйефе өҫтәһен!
Фото: rutxt.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: