Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
26 Март 2021, 12:22

Теплицағыҙға ҡар тултырҙығыҙмы?

Баҡсасылар өсөн иң яуаплы мәл яҡынлаша. Һәр эште үҙ ваҡытында һәм еренә еткереп кенә башҡарғанда ғына көҙ көнө уңыштың яҡшы булыуын һәр баҡсасы яҡшы белә.

Шуға күрә улар әленән үк ең һыҙғанып, ҡар иреп бөтмәҫ элек теплицаларына ҡар тултыра. Ә был эште ошо аҙнала уҡ башҡарып өлгөрөргә кәрәк, сөнки ҡапыл көндәрҙең йылынып китеүен көт тә тор.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: теплицаға күпме ҡар тултырһағыҙ, шул тиклем файҙалы,көҙөн йәшелсәләрҙән мул уңыш алыуығыҙ ҙа тап ошоға бәйле лә инде.
Фото:ogorod.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: