Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
23 Март 2021, 10:50

Гәзиттәрҙе ташламағыҙ, ә ашлама эшләгеҙ!

Һәр кемдең йортонда байтаҡ макулатура йыйылып китә. Күптәр уны сүплеккә ташлай йә яндыра.

Ә бит ул мульча (мульча - сүп үләне үҫмәһен һәм дым кипмәһен өсөн тупраҡҡа йәйелә торған материал) өсөн иң яҡшы материал! Тик бының өсөн аҡлы-ҡаралы макулатура ғына бара, төҫлө гәзиттәрҙе ҡулланмағыҙ.
Ҡағыҙ мульчаһын ҡурай еләге аҫтына һалығыҙ һәм бай уңыш алып һөйөнөрһөгөҙ. Ул шулай уҡ ҡуҙаҡлы культураларға ныҡ килешә. Әгәр түтәлдәрҙәге тупраҡты тиҙерәк йылытырға теләһәгеҙ, бер нисә ҡат гәзит һалып сығығыҙ.
Ҡағыҙ мульча аҫтында тупраҡ 3-4 градусҡа йылыраҡ була. Шуға күрә үҫентеләрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн ҡағыҙ мульча ҡулланыу отошло.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: