Бөтә яңылыҡтар

Һомғоллоҡтоң ете сере

Билдәле диетолог Андре Шмидт артыҡ тән ауырлығынан ҡотолоуға ҡамасаулаған сәбәптәр хаҡында яҙған.


Беренсенән, оҙайлы ваҡыт йоҡо туймауы. Диетолог тәүлегенә ете-һигеҙ сәғәт йоҡларға кәңәш итә. “Әгәр ете сәғәттән кәм йоҡлайһығыҙ икән, грелин “етештерәһегеҙ”. Был гормон туйыу һәм асығыу тойғоһон контролдә тота”, – тип аңлатҡан Андре Шмидт. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, грелин матдәләр алмашыныуын әкренәйтә.

Икенсенән, иртәнге стресс, йәғни иртән ҡуйылған будильниктың бер тапҡыр ғына түгел, йәнә шылтырауы. Был – организм өсөн үҙе бер зыян. Һөҙөмтәлә аҡһымдарҙың эшләнеүен боҙған кортизол барлыҡҡа килә. Был гормон кәрәкле энергияны туплау өсөн мускулдарҙы “ашай” башлай.

Өсөнсөнән, йоҡонан уянғандан һуң ҡәһүә эсеү. Диетолог белдереүенсә, йоҡлағандан һуң организмда һыу кимәле кәмей. Быға өҫтәп, тағы кофеинлы эсемлектәр эсеү кортизолдың күбәйеүенә килтерә. Ҡәһүә урынына бер стакан йылы һыу эсеү матдәләр алмашыныуына ыңғай булышлыҡ итәсәк.

Дүртенсенән, аҙ хәрәкәт итеү. Белгес көн һайын 10 мең аҙым үтергә кәңәш итә.

Бишенсенән, кардиокүнегеүҙәр генә түгел, мускулдарҙы нығытҡан күнегеүҙәрҙе лә эшләү мотлаҡ. “Мускулдарығыҙ ныҡ булған һайын, май кәмейәсәк”, – ти диетолог.

Алтынсынан, татлы аҙыҡтар менән мауы­ғыу. Шәкәре булмаған тәмлекәстәрҙе ашау зарур.

Етенсенән, файҙалы майҙарҙың етешмәүе. Ә уларҙың тәүлек нормаһы – 30 процент. Тап улар гормондар өсөн яуап бирә, мускулдар массаһын күбәйткән тестостеронды етештерә. Шуға туҡланыу рационына авокадо, сәтләүектәр, етен майы, балыҡ кеүек составында омега-3 булған аҙыҡ-түлекте индерергә кәрәк. Бынан тыш, май артығы менән күп булған сыр, колбаса кеүек аҙыҡ-түлек менән мауыҡмаҫҡа.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА
Читайте нас: