Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
17 Декабрь 2020, 13:19

Тылсымлы майҙы үҙегеҙ эшләгеҙ

Беҙгә әүҙем уҡыусыбыҙ үҙе менән булған ваҡиғаны яҙып ебәргән. Уның кәңәшенең, бәлки, һеҙгә лә файҙаһы тейер.

“Бала саҡта көтмәгәндә сирләп киттем. Мәктәптә уҡып йөрөй инем әле.
Аяғымдың балтырҙарында ун тинлек ҙурлығындағы таптар барлыҡҡа килде, улар һыҙлап тороп ауырталар ине. Бер заман улар ярылып асыҡ яраға әүерелә башланы. Әсәйемдең отҡорлоғона аптырайым: ул бер ҙә аптырап ҡалманы, ҡайҙандыр баҡыр купоросы табып алып ҡайтты.
Уны иретелмәгән, әммә йомшарған аҡ май менән бутаны ла ошо таптарға һылай башланы. Купоростың ҡаты киҫәктә булғанын иҫләйем. Әсәйем уны тәүҙә аҙ ғына ҡыра ла, шунан аҡ май ҡушып, һөртә торған масса яһай ине, һәр саҡ уның миҡдары төрлөсә булғандыр. Ярҙам итте!
Үҙаллы тормош ҡорғас, шундайыраҡ хәлдәр тыуғанда мин дарыуханала ошо майҙы эшләргә заказ бирә инем: 100 грамм аҡ майға 3 грамм баҡыр купоросы. Көнөнә проблемалы урынға ике тапҡыр һөртөргә һәм бинт менән бәйләп ҡуйырға кәрәк.
Аҙаҡ үҙем эшләргә лә өйрәндем. Был тылсымлы май менән герпес, тимрәү, стрептодермия, бәшмәк кеүек сирҙәрҙе дауалайым. Уникаль май! Ҡуланып ҡарағыҙ!
Хөрмәт менән, Әлфиә Байтирәкова.”
Фото: glav-dacha.ru/wp-content
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: