Ҡыҙыл помидор, ҡыҙыл һуған, йәшеллек, һеркә алабыҙ.
Тоҙлоҡ өсөн: ике литр һыу, ярты стакан шәкәр, ҡалаҡ ярым тоҙ, ун бөртөклө борос, лавр япрағы, әнис.
Тәүҙә тоҙлоҡто 15 минут ҡайнатабыҙ. Шунан стерилләнгән банкаларға киҫелгән помидор һәм һуған һалып, ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут тотабыҙ. Артабан һыуын түгеп, ҡайнар тоҙлоҡ ҡоябыҙ. Һәм бер ҡалаҡ һеркә өҫтәп, банкаларҙы ябып, төрөп ултыртабыҙ.