Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
8 Сентябрь 2020, 14:21

“Һәйбәт картуф йоҙроҡтан ҙурыраҡ булырға тейеш”

Уҡыусыларыбыҙ көҙгө мул уңышты йыйып ҡыуана, беҙгә фотоларын ебәрә, серҙәре менән уртаҡлаша. Мәҫәлән, күптәнге дуҫыбыҙ, биология фәндәре кандидаты Динара Ғәрифуллина “Башҡортостан” гәзите биттәрендә картуф үҫтереү, баҡса серҙәре тураһында мәҡәләләре менән даими сығыш яһаны. Бөгөн иһә Ғарифуллиндар картуф алғандар. Уңыштың муллығына хайран ҡалып, Динара Вәкил ҡыҙы фотолар һалған.

- Дүрт сутый ерҙән 220 биҙрә картуф йыйып алдыҡ! Былтыр Чебоксар ҡалаһында үткән “Картуф көнө”ндә ҡатнашҡайным. Шунда картуфтың "Колетта" һәм "Колумбо" исемле яңы сорттарын һатып алдым. "Амур" һәм "Импала" – Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы үҫтергән вирусһыҙ картуф. Баҡсабыҙ Благовар районында урынлашҡан. Әлбиттә, ҡара ер, тиреҫ менән һәйбәт эшкәртелгән. Йыл да картуфты ҡаҙып алғас, сидераттар ултыртабыҙ, ашламалар индерәбеҙ. Картуфҡа һыу һипмәнек. Химияны мөмкин тиклем әҙерәк ҡулланырға тырышабыҙ. Хатта колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ла дарыуҙар һипмәйбеҙ, - ти Динара Вәкил ҡыҙы.
Ғәрифуллиндар 17 биҙрә орлоҡ сәскән. 220 биҙрәнең 208-е баҙға инеп ятҡан. Динара Ғәрифуллина әйтеүенсә, эре картуф үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйырға кәрәкмәй, сөнки эре картуфта крахмал күп була, ғәҙәттә уның эсендә бушлыҡ барлыҡҡа килә.
- Иң һәйбәте – бүлбеләрҙең бер тигеҙ, йоҙроҡ ҙурлығында булыуы. Һәйбәт картуф үҫтереүҙең сере – биш йыл һайын орлоҡто алыштырыу. Уны мотлаҡ рәүештә етештереүселәрҙән алырға кәрәк. Күрше менән картуф орлоғо алышынған осраҡта, бары тик ауырыуҙар менән алышыныуығыҙ хаҡында белеп ҡуйығыҙ, - ти ул.
Фото авторы: Динара Ғәрифуллина.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: