Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
8 Сентябрь 2020, 14:23

Йәшел помидорҙарҙы нисек тоҙларға?

Ҡышҡа әҙерләнгән баҡсасы-хужабикәләргә сираттағы рецепты тәҡдим итәбеҙ. Уңышығыҙ мул, табындарығыҙ түңәрәк булһын!

Ике килограмм йәшел помидор, дүрт-биш болгар боросо, ике баш һарымһаҡ, бер ҙур бәйләм әнис, ике-өс аш ҡалағы тоҙ кәрәк.
Тәүҙә әнисте, болгар боросон ит үткәргес аша үткәреп, тоҙ, борос ҡушып, һәйбәтләп бутап, тоҙлоҡ әҙерләйбеҙ. Помидорҙарҙы уртаға бүлеп бер һауытҡа ҡатлап һалабыҙ ҙа, киҫелгән яғын өҫ яҡҡа ҡалдырып, алдан әҙерләнгән тоҙлоҡто өҫтәйбеҙ. Шунан икенсе ҡатын һалабыҙ ҙа тоҙлоҡ ҡоябыҙ. Шулай итеп, бер нисә мәртәбә эшләйбеҙ. Артабан помидорҙың өҫтөнә тәрилкә ҡаплап баҫтырып, йылы урынға әсетергә ҡуябыҙ.
Өс-дүрт көндән күбекләнеп әсе тәм бирә башлаһа, банкаларға тултырып, ҡалған тоҙлоҡто ҡойоп, банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ.
Йәшел помидорҙарҙы һыуытҡысҡа йәки һалҡын урынға ҡуйырға кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: fermilon.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: