+1 °С
Ҡар
Ике кило помидор (йәшелдәре лә бара), бер кило башлы һуған, 1,5 кило болгар боросо, бер кило кишер, 1,5 кило ҡыяр, 100 грамм тоҙ, 300 грамм үҫемлек майы алына.
Йәшелсәләрҙең барыһын да турап, яҡшылап болғатып, ике сәғәт һалҡынса урынға ҡуйып торабыҙ, һуты сыҡҡас, талғын утта 40-45 минут бешерәбеҙ. Үҫемлек майы ҡойоп 15 минут тотҡас, банкаларға тултырып стерилләргә кәрәк.
Фото: rutxt.ru