Өс килограмм болгар боросо, ике килограмм помидор, 110 грамм шәкәр ҡомо, ике аш ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы 9 процентлы һеркә, 90 миллилитр үҫемлек майы кәрәк.
Боростоң эреһен, ҡыҙыл төҫтәгеһен алһаҡ һәйбәтерәк була. Уларҙы йыуып, уртаға бүлеп, эсендәге орлоҡтарынан таҙартып, киҫәктәргә бүләбеҙ.
Шунан бешкән помидорҙарҙы йыуып, өс-дүрт минутҡа эҫе һыу ҡоябыҙ. Һыуыҡ һыуға һалып тышын әрсейбеҙ. Артабан ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ. Уға шәкәр ҡомо, тоҙ, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.
Борос киҫәктәрен өҫтәйбеҙ. Талғын ғына утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ярты сәғәт бешерәбеҙ ҙә һеркә һалабыҙ.
Шунан банкаларҙы боҫта тотабыҙ ҙа әҙер массаны тултырабыҙ. Ҡышҡылыҡҡа салат әҙер.