Дүрт-биш картуф, 200 грамм ветчина, ике баш һуған, тоҙ, борос, үҫемлек майы алабыҙ.
Башта ярылған картуфты бешерәбеҙ. Ветчинаны буйға киҫеп ҡыҙҙырабыҙ. Һуғанды ярым түңәрәк итеп турап, ветчинанан айырым ҡурырға кәрәк. Шунан икеһен бергә ҡушып бутайбыҙ. Артабан әҙер картуфҡа өҫтәп, тоҙ, борос һибәбеҙ.