Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
10 Август 2020, 11:32

Бәшмәк йыйыр мәл етте

Бәшмәк осорон көтөп алыусылар өсөн бигерәк ҡулай мәл башланды. Ямғырҙар яуып тора, бәшмәктәр сығып тора. Кемдер уларҙы йыйып, байтаҡ табыш алһа, икенселәр бынамын тигән ризыҡтар әҙерләй. Ә бына бәшмәктәрҙең организм өсөн дә файҙалы икәнлеген беләһегеҙме? Баҡтиһәң, бәшмәк ҡан тамырҙарына холестерин ултырыуға ҡамасаулай.


- Cтенокардияны һәм йөрәк ауырыуҙарын еңеләйтеү өсөн аҡ бәшмәк ашарға кәңәш ителә.
- Әтәс бәшмәгендә (лисичка) зарарлы бактерияларҙы юҡҡа сығарыу үҙенсәлегенә эйә булған тәбиғи поливитамин бар.
- Шампиньон иммунитетты нығыта, шәкәр диабеты сиренән дауа.
- Нарат (рыжик) бәшмәге туберкулезға “аяҡ сала”.
- Майлы бәшмәктә һәм әтәс бәшмәгендә күреү һәләтен яҡшыртыусы матдәләр бар.
- Вешенка юғары ҡан баҫымын төшөрә, нервы һәм иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай, организмды ҡартайыуҙан һаҡлай.
Уңған хужабикәләр бәшмәкте ҡышҡылыҡҡа тоҙлап та, шул көйө туңдырғыста һаҡлап та ҡалдыра. Һеҙҙең иғтибарығыҙға рецепттар тәҡдим итәбеҙ.
БӘШМӘКТӘН ИКРА

Ике килограмм бешкән бәшмәк, өс баш һуған, өс кишер, ике стакан үҫемлек майы, өс лавр япрағы, 10 бөртөклө ҡара борос, бер аш ҡалағы тоҙ, бер аш ҡалағы туғыҙ процентлы һеркә.

Икра өсөн бәшмәктең һәр төрө лә бара. Бәшмәктәрҙе таҙартып йыуғас, үҙегеҙ теләгәнсә турап, тоҙло һыуҙа 10-15 минут ҡайнатып алырға. Дуршлагка һалып сайып, һарҡҡас, ит үткәргес аша үткәрергә. Һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе таҙалап йыуып, ҡырғыс аша ҡырырға. Һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырғас, бәшмәктәрҙе өҫтәп, тәменсә тоҙ һәм ҡалған майҙы, лавр япрағы һалып, яҡшылап болғатып, сәғәт ярым-ике сәғәт быҡтырырға. Иң һуңынан аш һеркәһе өҫтәргә. Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.

АҠ БӘШМӘКТЕ ТОҘЛАУ

Бер килограмм аҡ бәшмәк, бер укроп башағы, өс-дүрт тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы тоҙ, 10 бөртөклө ҡара борос, 10 ҡа­рағат япрағы.
Тоҙло һыу ҡайнатып, йыуылған таҙа бәшмәктәрҙе шуға һалып ҡайнатып алырға.

Стерилләнгән банка төбөнә әҙерәк тоҙ, ике бөртөк борос, укроп башағы, ҡарағат япрағы һалғас, өҫтөнә бәшмәк теҙергә, бәшмәк өҫтөнә тағы ҡарағат япрағы, борос, тоҙ һибеп, йәнә бәшмәк өҫтәйбеҙ. Шулай банка тулғансы ҡатлап, тығыҙлап тултыра­быҙ. Һуңынан бәшмәк ҡайнатҡан һыуҙы өҫтөнә ҡоябыҙ.
Фото: mk.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: