Йәшелсә-емештәрҙең ҡайһыһын булһа ла туңдырырға мөмкин. Белгестәр фекеренсә, ризыҡтарҙы туңдырып һаҡлау – уларҙағы файҙалы матдәләрҙе, витаминдарҙы юғалтмауҙың иң отошло ысулы.
Алманы турап, шыптыр ҡаптарға бүлеп һалырға мөмкин. Туң емеште табала бер аҙ ҡыҙҙырып, һыуын киптереп, аҙ ғына шәкәр өҫтәһәң, бәлеш өсөн тәмле эслек килеп сыға. Бәшмәкте лә шулай һаҡлағыҙ.
Борсаҡты йәшел сағында йыйып туңдырһағыҙ, ҡышын ҡыҙҙырылған, иҙелгән картуф, макарон ризыҡтары янына ҡушып бирһәң, файҙалы ла, матур ҙа булыр.
Татлы боросто таҙалап, бер-береһенә кейҙереп һалһаң, туңдырғыста урынды аҙыраҡ ала.
Ҡабаҡты таҙалап, шаҡмаҡлап турап һалырға мөмкин. Тиҙ генә манты, бәлеш бешереү өсөн бик ҡулай. Әммә уны иретергә ярамай, сөнки былйырап, формаһын юғалтасаҡ.
Йәшел тәмләткестәрҙән укроп, петрушканы турап туңдырһағыҙ, рәхәтләнеп йыл буйына файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ уларҙы киптереп һаҡларға ла була. Ә бына йәшел һуғанды туңдырһаң, уның төҫө үҙгәрә, шуға күрә был осраҡта хужабикә үҙе хәл итә.
Бер тапҡыр сығарып иреткән емеш-еләкте, йәшелсәне икенсегә туңдырырға ярамай, тәме лә, төҫө лә юғаласаҡ. Шунлыҡтан уларҙы пластик һауыттарға йәки ҡаптарға тултырғанда, бер ҡулланыуҙа ғына кәрәклеген хәтерҙән сығармай, самалап һалығыҙ.
Бына шулай, теләк булғанда, һәр нәмәне һаҡсыл ҡулланырға, күпселек ризыҡты, витаминдарын, файҙалы матдәләрен юҡҡа сығармайынса, туңдырып һаҡларға мөмкин.