Башта ҡыярҙарҙы һыуыҡ һыуҙа өс сәғәт тотабыҙ. Шунан банка төбөнә әнисте, бер нисә тырнаҡ һарымһаҡ, бер-ике сейә һәм ҡарағат япраҡтары, лавр япрағы, ҡара бөртөклө борос һалабыҙ. Өҫтөнә тигеҙ генә итеп ҡыяр тултырабыҙ.
Артабан маринад эшләйбеҙ. Кәстрүлгә һыу, тоҙ менән шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Аҙаҡтан һеркә өҫтәйбеҙ. Әҙер маринадты банкаға ҡыяр өҫтөнә ҡойоп 15 минут стерилләйбеҙ. Шунан банкаларҙы ябып, әйләндереп, йылы әйбергә төрәбеҙ.