Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
15 Июль 2020, 14:25

Табынға - "Фантазия"

Был салат өҫтәлегеҙҙе тағы ла йәмләп ебәрер. Аштарығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын!

"Фантазия"ны әҙерләү өсөн беҙгә тауыҡтың түш ите (300 грамм), бер картуф, өс йомортҡа, 300 грамм бәшмәк, башлы һуған, 150 грамм ҡара емеш, консерваланған йәшел борсаҡ (200 грамм), кукуруз (200 грамм) һәм майонез кәрәк буласаҡ.

Тәүҙә түш итен, бәшмәкте лә тоҙло һыуҙа 15 минут бешереп алабыҙ, турайбыҙ. Тауыҡ итен вағыраҡ, ә бәшмәкте эрерәк итеп. Ҡара емеште лә һәйбәтләп йыуып киҫәбеҙ. Бешкән картуфты эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан һауытҡа ҡатлап һалабыҙ. Беренсеһенә тауыҡ итен теҙеп, майонез һөртәбеҙ. Икенсе ҡатына картуф өҫтәйбеҙ, унан - йәнә майонез. Артабан бәшмәк менән һуған һалабыҙ. Быныһында майонез өҫтәмәйбеҙ. Айырым һауытта кукуруз менән йәшел борсаҡты майонез һалып бутайбыҙ ҙа бәшмәктең өҫтөнә ҡатлайбыҙ, ҡара емешкә лә майонез һөртәбеҙ. Иң өҫкә, һуңғы ҡатлам итеп, ҡырылған йомортҡа һибәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: