Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
14 Июль 2020, 14:50

Петрушкалы һәм сырлы ҡоймаҡтар

Был үҙенсәлекле ризыҡты әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы он, 1,5 стакан һөт, 150 грамм ҡаты сыр, ике йомортҡа, бер бәйләм петрушка, сама менән ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ, бер сәй ҡалағы шәкәр, бер аш ҡалағы үҫемлек майы, 50 грамм аҡ май, бер тырнаҡ һарымһаҡ кәрәк.

Тәүҙә сырҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Петрушканы һәйбәтләп йыуып, киптереп ваҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡты пресс аша үткәрәбеҙ. Йомортҡаларҙы миксер менән туғып, шәкәр ҡушабыҙ. Шунан он, ҡамыр йомшартҡыс өҫтәп тағы ла туғыйбыҙ. Артабан ваҡланған сырҙы, һарымһаҡты, йәшел тәмләткесте, майҙы өҫтәйбеҙ һәм һәйбәтләп миксер менән туғыйбыҙ.
Ҡоймаҡтарҙы эҫе табала әйләндереп бешерәбеҙ. Әҙер ризыҡты аҡ май менән майлап өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Dachadecor.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: