Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
15 Июнь 2020, 13:39

Сыр менән помидорҙан

Ошондай бәлеш бешереп ҡарағанығыҙ бармы, дуҫтар? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ял көнөгөҙ файҙалы үтһен!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн ҡатлы сөсө ҡамыр, бер-ике помидор, 100 грамм моцарелла сыры, базилик, тоҙ, тәмләткестәр кәрәк.
Тәүҙә форманы майлап, ҡатлы ҡамырҙы йәймәйенсә һалабыҙ. Ситтәренән дүрт яҡлап киҫәбеҙ. Төбөнә тиклем ҡырҡып бөтмәйбеҙ. Бешкән ваҡытта киҫкән урындары өҫкә күтәреләсәк. Шунан помидорҙарҙы түңәрәкләп, сырҙы киҫәктәргә бүләбеҙ.
Башта ҡамырға сырҙы, шунан помидорҙы һалабыҙ ҙа тоҙ һибәбеҙ. Артабан мейесте 200 градусҡа тиклем йылытып, 30-35 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан базилик менән биҙәйбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Mircooking.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: