Бөтә яңылыҡтар

Корейса ҡыяр

Ҡыярҙың һутланып өлгөргән, иң тәмле сағы. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға бик үҙенсәлекле, аппетитты асып ебәрерҙәй ҡабымлыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Был ҡабымлыҡ өсөн бер килограмм ҡыяр, бер сәй ҡалағы тоҙ, ике аш ҡалағы һеркә, ике аш ҡалағы соя соусы, бер сәй ҡалағы әсе ҡыҙыл борос, бер аш ҡалағы кунжут, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы, биш тырнаҡ һарымһаҡ кәрәк.
Башта ҡыярҙарҙы оҙонса итеп турап тоҙлайбыҙ ҙа 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан һыуын һарҡытып ваҡланған һарымһаҡ, борос, һеркә, соя соусы ҡушабыҙ. Артабан майҙы йылытып, кунжут һалып болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы ҡыяр өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа һеңгәнсе ҡалдырабыҙ. Еңел генә әҙерләнгән үҙенсәлекле ҡабымлыҡ әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Cookpad.com
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: