Бөтә яңылыҡтар

Табынға - "Ҡояш"

Кискә ниҙәр әҙерләйһегеҙ, дуҫтар? Ошондай ябай ғына салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ гелән уң булһын!

300 грамм тауыҡ ите, 300 грамм консерваланған кукуруз, өс картуф, дүрт йомортҡа, ике йәшел ҡыяр, бер бәйләм әнис, майонез алабыҙ.
Тәүҙә итте, картуфты, йомортҡаларҙы бешереп турайбыҙ. Ҡыярҙы ваҡлап киҫәбеҙ. Шунан салат һауытына итте, йомортҡаны, картуфты, ҡыярҙы, туралған әнисте, кукурузды һалып, тоҙ, майонез һалып һәйбәтләп болғатабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Vopros-ik.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: