Ҡорт күренгән урындарға гәрсис һибергә. Ғәҙәттә, уны сидерат булараҡ ҡулланалар, әммә был осраҡта составындағы эфир майҙары ҡаты ҡорттоң ҡарышлауыҡтарын ҡурҡыта. Бәрәңге ултыртҡанда, үҫеп сыҡҡан гәрсисте ере менән бергә ҡаҙыйҙар. Бәрәңге һалаһы соҡорға гәрсис онтағын да һибеп ҡалдырырға була. Әммә уны һаҡ ҡулланығыҙ, эфир майҙарының юғары концентрацияһы тамырҙарҙың барлыҡҡа килеүенә ҡамасаулай.
Ҡаты ҡортҡа ҡаршы химик саралар ҙа ҡуллана алаһығыҙ, әйтәйек, "Землин", "Метаризин", "Провотокс" препараттарын. Уларҙан да көслөрәктәрен ҡулланмаҫҡа кәңәш итәбеҙ - бәрәңге орлоғона үтеп инеүҙәре бар.