Әммә уңышын арттырам тип теләһә ҡайһы культураның төбөнә өйөп булмай, көтөлгән һөҙөмтәнең киреһе килеп сығыуын көт тә тор. Әйтәйек, ҡыярҙың нәҙек тамырҙары тупраҡтың өҫкө ҡатламында ғына урынлашҡан. Уларға тәпке менән ҡағылмауың хәйерле, юҡһа үҫемлекте тулыһынса һәләк итәсәкбеҙ. Һыу һипкәндән һуң түтәлдең өҫтө ҡатмаһын өсөн серетмә, кипкән үлән һабаҡтары, бесән һалырға була. Ҡыяр үҫентеләре төбөнә, араларына йәш кесерткән һабаҡтары, ҡояшта киптереп, сүп үләндәре йыйып һалырға була, утын көлө һибергә мөмкин. Тәбиғи ашламалар әкрен генә тарҡалып, ҡыярҙы туҡландыра, дымды һәйбәт һаҡлай, тупраҡ өҫтө тығыҙланмағанға күрә, эшсе тамырҙар кислородҡа туйына.
Был отошло ысулды арбуз, ҡауын, ташҡабаҡ, патиссон, ҡабаҡ үҫтергәндә лә ҡулланырға була. Юғарыла атап үтелгән баҡса культураларын тейешенсә ашламаһаң, мул уңышҡа ирешеп булмай. Бына һеҙгә кәңәш. Бер көрәк тәрәнлегендә канау ҡаҙырға кәрәк. Шуға кәмендә 30-40 см ҡалынлыҡта серемәгән йәки ярым серегән тиреҫ тултырып, өҫтөнә 25-30 см уңдырышлы тупраҡ таратырға кәрәк. Ҡыяр, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, арбуз менән ҡауынды ҡайнар һыу һибеп йылытылған түтәл өҫтөнә ултыртабыҙ. Әгәр тиреҫ һатып алыу мөмкинлегегеҙ булмаһа, көҙҙән үк канау ҡаҙып, аҫҡа сыбыҡ-сабыҡ, икенсе ҡатламға баҡсағыҙҙағы сүп үләндәрен, йәшелсә һабаҡтарын, ҡойолған япраҡтарҙы йыйып тултырып, сирҙәрҙе алдан киҫәтеү өсөн, “Байкал-ЭМ” йәки “Фитоспорин” препараты, көл һибеп ебәреп, өҫтөнә тупраҡ таратып, түтәлде яңы сезонға алдан әҙерләп ҡалдырырға була. Яҙға сыҡҡас, түтәлде бер нисә ерҙән лом менән тишеп, силәкләп ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөнә пленка ябып ҡуйһағыҙ, йылы яҡ ҡунаҡтарын үҫтереү, уларҙан мул уңыш алыу өсөн бик уңайлы шарттар тыуҙырығыҙ.
Баллы һәм әсе борос ултыртып үҫтереүселәр аның тамырын тәрән күмдермәҫкә, төбөнә тупраҡ өймәҫкә кәрәклеген белеп торорға тейеш. Юҡһа һабағының тупраҡҡа күмелеп ҡалған өлөшө сереп, үҫемлек һәләк була. Тамырҙары тәрәнгә китмәгәнгә күрә, боростоң төбөн йомшартҡанда бик һаҡ булыу, өҫкө 3-4 сантиметрлы ҡатламын ғына йомшартыу һорала. Боросҡа һыуҙы йыш, әммә самалап ҡына һибеү һорала. Тупраҡ даими дымлы тормаһа, уның сәсәк бөрөләренә зыян килә, сәскәләре ҡойола, уңышы аҙ була.
Фото:Ru.depositphotos.com