Әҙерләй башлайбыҙ. Башта картуфты әрсеп, тоҙло һыуҙа бешерәбеҙ. Шунан тоҙло ҡыярҙы, башлы һуғанды ваҡлап турап гәрсис, майонез менән бергә бутайбыҙ. Артабан салат һауытында әҙер, һыуыған картуфты шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа, тоҙ, борос һибәбеҙ. Уға әҙер ҡыяр ҡатнашмаһын өҫтәйбеҙ. Соус һалып һәйбәтләп болғатабыҙ.