“БашИнком” заманса ер эшкәртеү тармағында инновациялы эшмәкәрлек алып бара. Ул юғары һөҙөмтәле микробиологик препараттар, биологик әүҙем ашламалар етештерә, шулай уҡ баҫыусылыҡта уларҙы ҡулланыу технологияларын әҙерләй.Предприятие Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәлелек яуланы. Бөгөн уға алты завод, биш лаборатория һәм логистика үҙәге инә. Ул йылына 20 мең тоннанан ашыу биотехнологик продукция етештерә. Был тауар әлеге заманда йәмғеһе биш миллиондан ашыу гектар ерҙе эшкәрткәндә тотонола.“БашИнком” ғилми-ҡулланыуға индереү предприятиеһы коллективы, ғилми-тикшеренеү институттары һәм аграр университеттар менән берлектә, ауыл хужалығы культураларын игеүҙә файҙаланыла торған биологик технологиялар әҙерләй. Уның продукцияһы ҡулай булмаған шарттарҙа үҫемлектәрҙең сыҙамлылығын арттыра һәм уңышын, уңышының сифатын күтәрә. Биологик технологияларҙың һөҙөмтәлелеге етештерелгән көслө биопрепараттарҙы һәм биологик әүҙем ашламаларҙы дөрөҫ ҡулланыу аша тәьмин ителә. Улар үҫемлектәрҙе тейешенсә туҡландыра, иммунитетын, төрлө шарттарға сыҙамлылығын күтәрә, генетик ҡеүәтен тулыһынса аса. “БашИнком” продукцияһын ҡулланыуға нигеҙләнгән биологик технологиялар ауыл хужалығы етештереүселәренә ҙур өҫтөнлөктәр бирә. Үҫемлектәрҙең һауа торошона бәйлелеге түбәнәйә, химик пестицидтарҙың үҫемлектәргә һәм тупраҡҡа кире йоғонтоһо кәмей.Заманса яңы ҡорамалдар, автоматлаштырылған идара итеү системалары, юғары квалификациялы белгестәр, эшләп сығарылған инновациялы тауарҙар компанияның Рәсәй һәм сит илдәр аграрийҙары араһында абруйын күтәрә. Бөгөн ул 63 төрлө биопрепарат һәм биоашлама етештерә. Мәҫәлән, юғары фунгицид һәм бактерицид үҙенсәлектәргә эйә булған һәм L-аминокислоталар менән туйындырылған “Фитоспорин М, Ж (АС)” биофунгициды етештерелә. Тупраҡтың туҡлыҡлылығын күтәреү өсөн “БиоАзФК” комплекслы микробиологик препараты тәҡдим ителә. Тупраҡты һауыҡтырыу һәм үҫемлек ҡалдыҡтарын тиҙерәк серетеү өсөн “Стерня 12” инновациялы биопрепараты ҡулланыла. Ауыл хужалығы етештереүселәре ҡуҙаҡлы культураларға тәғәйенләнгән “Ризобаш” инокулянттарын теләп файҙалана. Яңы препараттарҙан “Хозяин Плодородия” тигән күп компонентлы биологик әүҙем органик гумин ашламаһы биотаны яҡшыртыуға, тупраҡты туҡлыҡлы элементтар менән байытыуға тәғәйенләнә.Йәшелсә үрсетмәләре сәсеү осоро башланырға тора. Күптәр үрсетмә өсөн кәрәк-яраҡ, орлоҡ, ашлама алырға махсус магазиндарға, баҙарға юллана. Ҡайһы берәүҙәр баҡсасылыҡ мәшәҡәттәрен ашыҡ-бошоҡ хәл итә: орлоҡ сәсеү мөҙҙәтен күҙәтмәй, өҫтәмә яҡтыртыуҙы хәстәрләргә онота, сифатһыҙ орлоҡ йә тейешенсә әҙерләнмәгән тупраҡ һатып ала.Үрсетмә сәскәндә орлоҡто әҙерләү ҙур иғтибар талап итә. Үҫентеләрҙең дәррәү шытып сығыуын тәьмин итеү, ауырыуҙарҙан һаҡлау өсөн орлоҡто “Гуми” һәм “Фитоспорин”ға һалып ебетеү зарур. Әгәр ҙә ебетмәйенсә сәсергә тура килһә, сәскәс, ошо препараттарҙан эшләнгән иретмәне һибеп ҡуйырға кәрәк. “Гуми” урынына “Борогум” йә “КорнеСил” ҡулланырға мөмкин. Миҡдары шул уҡ: бер стакан һыуға – ике тамсы препарат. Уларҙың составында ла “Гуми” бар, тамырҙарҙы көсәйтә торған ҡушылмалар ҙа өҫтәлгән. Тамыр көслө булһа, үрсетмә лә ҡеүәтле була, күсереп ултыртылған урынға тиҙ ерегеп китә һәм киләсәктә мул уңыш бирә.Орлоҡто ебетә торған иретмәгә комплекслы шыйыҡ ашламалар ҙа ҡушыу файҙалы, улар орлоҡтарҙың тышлығына һеңеп, үрсетмәгә көс-ҡеүәт бирә. Был маҡсатта “Богатый Дом”, “Богатый Овощи”, “Богатый-Микро Комплексный” препараттары бара (бер стакан һыуға – биш тамсы). Шикле орлоҡтарҙы биопрепараттар менән эшкәртер алдынан 10 минутҡа бер процентлы марганцовка иретмәһенә һалып торорға ла һыуҙа сайҡатырға кәрәк. Марганцовка иретмәһен әҙерләү өсөн бер грамм (балғалаҡтың өстән бер өлөшө) марганцовканы ярты стакан һыуҙа иретәләр.Әҙер орлоҡто артабан сифатлы тупраҡҡа сәсеү мөһим. Ул туҡлыҡлы, дым тоторлоҡ, кәүшәк һәм файҙалы микроорганизмдарға бай булырға тейеш. “33 Богатыря”, “Кормилица Микориза” тигән микробиологик препараттар менән теләгән бер тупраҡты байытырға мөмкин. Тупраҡҡа күскән 40-тан ашыу төр микробаһадир үрсетмәгә туҡланырға ярҙам итә, ауырыуҙарҙан һаҡлай һәм тамырҙар тирәләй файҙалы матдәләр хасил итә. “Микориза” тупраҡҡа бик файҙалы бәшмәктәр бирә, улар тамырҙарға үтеп инә һәм үрсетмәгә ҙур ныҡлыҡ бирә торған һаҡ микоҡормаһын барлыҡҡа килтерә.Предприятие әҙер тупраҡ та сығара. 15 литрлыҡ ҡаптарға тултырылған “Земля-Матушка” баҡсасыларға айырыуса оҡшай. Тупраҡ камиллаштырыла бара, торф та өҫтәлә, һатып алыусылар уның мамыҡ кеүек ҡабарып тороуын, еңеләйеүен билдәләй. “Земля-Матушка” тупрағында сүп орлоҡтары, уянып зыян килтерергә торған ауырыуҙар һәм микроорганизмдар юҡ, составы һәм структураһы ныҡлы ҡулайлаштырылған. Орлоҡ сәсер алдынан уны Корнилов ысулы буйынса әҙерләргә онотмағыҙ, бының өсөн уны йомшартырға, бер үк ваҡытта “Гуми” һәм “Фитоспорин” биопрепараттары менән дымландырырға кәрәк.Бер литр тупраҡҡа биопрепараттарҙы индереү миҡдары: “33 Богатыря” – бер аш ҡалағы, “Кормилица Микориза” – бер семтем, “Пуховита” – бер стакан.Татлы борос үрсетмәһе сәсеү этаптары түбәндәгесә:l Орлоҡтарҙы 12 – 24 сәғәт биопрепараттар иретмәһендә ебетергә (бер стаканға – 10 тамсы “Фитоспорин-М Рассада” + ике тамсы “Гуми-20”).l Бер литр тупраҡҡа бер аш ҡалағы “33 богатыря” һәм, тупраҡ тығыҙ булһа, бер стакан “ПухоВита” йомшартҡысы өҫтәргә.l Тупраҡты ентекләп бутарға, шул саҡта “Гуми” һәм “Фитоспорин” биопрепараттары иретмәһе һиптерергә.l Әҙер тупраҡты үрсетмә һауыттарына һалып, берәр семтем “Кормилица Микориза” өҫтәргә.l Тупраҡты бер аҙ тығыҙларға, яҡшылап биоиретмә менән еүешләргә, һәр һауытҡа икешәр орлоҡ һалырға (араларын ике-өс сантиметр ҡалдырып), орлоҡҡа һәм тупраҡҡа тағы биоиретмә һибергә.l Тупраҡтан дым осмаһын өсөн, орлоҡтарҙың өҫтөнә бер аҙ ҡоро тупраҡ һалырға. Һауыттарҙы быяла йә полиэтилен япма менән ябып, шытымдар күренгәнгә тиклем йылы урынға (+25–28 градус) ултыртырға.Борос үрсетмәһе сәскәндә һатып алған препараттарҙың артабан помидор, баклажан һәм башҡа йәшелсәләр үрсетмәһе ултыртҡанда ла кәрәк буласағын онотмағыҙ. Үрсетмәләрҙе өҫтәмә туйындырыу өсөн “Гуми-Оми Рассада” органик минераль ашламаһы алып ҡуйырға кәрәк.