Бер банка ҡуйыртылған һөткә бер йомортҡа, бер стакан он һәм һеркә ярҙамында һүндерелгән ярты балғалаҡ сода өҫтәп, яҡшы итеп туғығыҙ. Дүрткел формалағы табаны майлап, кулинария өсөн тәғәйен ҡағыҙ йәйегеҙ һәм өҫтөнә 0,5-1 см ҡалынлыҡта әҙер массаны һалығыҙ. 180-200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 5-7 минутта бешереп алығыҙ. Эҫе килеш эслек (ҡайнатма, крем, шоколад пастаһы) һылап, рулет итеп төрөгөҙ.