Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
27 Ғинуар 2020, 17:45

Ләүәштә – тауыҡ боттары

Табындарыбыҙ мул, күңелебеҙ көр булһын!

Уның өсөн беҙгә биш тауыҡ бото, 80 миллилитр кефир, бер сәй ҡалағы әсе гәрсис, бер сәй ҡалағы прованс тәмләткесе, бер йоҡа ләүәш, 80 миллилитр һөт, 50 грамм сыр, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә тауыҡ боттарын йыуып киптерәбеҙ. Кефирға гәрсис, тоҙ, борос, прованс тәмләткесе ҡушып тауыҡ боттарын бер сәғәткә маринадларға ҡуябыҙ.
Ләүәште ҡайсы менән дүрт мөйөш яһап ҡырҡабыҙ. Уны һөттә ебетеп алабыҙ ҙа формаға йәйәбеҙ. Унда маринадланған тауыҡ боттарын һалабыҙ. Ләүәштең ҡырҡҡан өлөштәре менән ябып сығабыҙ. Өҫтөн фольга менән ҡаплайбыҙ. 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә 30 минутҡа ҡуябыҙ.
Артабан фольгаһын алып, сыр һибеп, тағы ла ун минутҡа ҡуябыҙ. Ризыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Vpuzo.com
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: