Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
24 Ғинуар 2020, 16:53

Орлоҡтарҙы нисек эшкәртергә?

Орлоҡтарҙы сәсергә әҙерләгәндә уларҙы төрлө сирҙәрҙән зарарһыҙландырғанда һәр баҡсасының үҙенең һыналған тәжрибәһе бар.

* Ауыр һәм эрерәк орлоҡ нығыраҡ тишелә һәм көслөрәк үҫеш ала. Шуға ла иң яҡшыларын ғына һайлап сәсергә кәрәк. Уларҙы тоҙло һыуға ( 1 л һыуға 30г) һалып болғағыҙ һәм 5-10 минут тотоғоҙ.Буш орлоҡтар өҫкә йөҙөп сыға, тишелергә һәләтлеләре төпкә ултыра. Батҡан орлоҡтарҙы таҙа һыуҙа сайҡарға һәм таратып киптерергә кәрәк.
* Орлоҡтарҙы 15 минут марганцовка эретмәһендә тотоу бәшмәк ауырыуҙарынан арындырырға ярҙам итә .
* Орлоҡтарҙы натрий глуматы ( 1 литр һыуға ¼ балғалаҡ) эретмәһенә лә һалып торалар. Иң яҡшы тәбиғи ашлама – көл. 1 литр һыуға 1 балғалаҡ көл ҡушып болғатырға. Орлоҡтарҙы марляға төрөп, бер тәүлек ошо эретмәлә тоторға. Һуңынан сайҡатырға.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: