Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
15 Ғинуар 2020, 18:45

Тәмле лә, файҙалы ла!

Асҡын ауылында йәшәүсе Руфина Сафина еләк-емештәрҙән телеңде йоторлоҡ ҡаҡ әҙерләй.

Элек һыуытҡыс, туңдырғыс кеүек заманса көнкүреш әйберҙәре бөтөнләй булмағанда өләсәй-әсәйҙәребеҙ йәй һәм көҙ йыйған еләк-емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа киптерер булған. Йыйылған еләк-емеште майға ҡушып һаҡлау ҙа киң таралған булған. Бындай ысул менән әҙерләнгән ризыҡ боҙолмаған, оҙаҡ һаҡланған. Ҡаҡ ҡойоусылар ҙа булған. Бының өсөн емеш-еләкте таҙартып, йыуып, һыуын һарҡытҡандар, яҡшы итеп иҙеп, иләк аша үткәреп майлы таҡтаға йәйеп ҡуйып еләҫ, күләгәле урында өҫтөн марля менән ябып киптергәндәр. Ҡаҡты алманан, ҡарағаттан, баландан, ер еләгенән, сейәнән һәм миләштән ҡойғандар.
Халҡыбыҙҙың борондан ҡалған кәсептәренә йән өрөп, тағы ла төрләндереп, бөгөн яңыса алымдар менән заманса техника ҡулланып, ҡаҡ ҡойоусылар Асҡында ла бар. Нәҡ шундай бөтмөр, йүнсел хужабикәләрҙең береһе — Руфина Сафина. Бөгөн уның төрлө еләк-емештәрҙән эшләгән хуш еҫле ҡағын һәр ерҙә көтөп алалар, алдан заказ биреүселәр ҙә бар.
— Ҡаҡ ҡойоу менән бер нисә йыл шөғөлләнәм. Был эш миңә бик оҡшай. Тәүҙә ғаиләм өсөн духовкала киптерә инем. Был ысул менән бик уңайлы түгел, ситтәре өтөлөп китергә лә мөмкин. Шулай уйлай торғас, махсус еләк-емеш киптергесе алдым. Көҙ көнө балам мәктәп йәрминкәһендә ҡатнашырға һорағас, бер нисә төрлө ҡаҡ әҙерләп алып барҙым. Халыҡ шул тиклем теләп, оҡшатып алды, һораусыларға етмәне лә. Шунда заказ биреүселәр ҙә күп булды. Шулай әкренләп кешеләргә лә төрләндереп әҙерләп бирә башланым. Ҡышын да ҡаҡ ҡойор өсөн еләк-емештәрҙе туңдырып та, иҙмә эшләп тә, ҡайнатып та әҙерләп ҡуям. Хәҙер инде төрлөсә еләктәрҙе ҡушып эшләйем: алмаға ҡабаҡ та, ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә, кишер ҙә, сейә лә, балан да, ҡайын еләге лә һәм башҡа йәшелсә-еләктәрҙе лә ҡушам. Заказ биреүселәр үҙҙәре лә ниндәйе кәрәген алдан әйтә, — тип яратҡан шөғөлө тураһында һөйләне Руфина Нәзһәт ҡыҙы.
Күптәр бөгөн аҡса юҡлыҡҡа, эш юҡлыҡҡа көн оҙоно өйҙә зарланып ултырғанда, уңғандар һәр нәмәнән, теләгең, тырышлығың булғанда, килем алып булғанын иҫбатлап тора. Руфина Нәзһәт ҡыҙы быға асыҡ миҫал. Ул төп эшенән тыш, буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлөнә тотоноп, күңеленә йыуаныс та таба, илһам да ала, аҙмы-күпме килем дә керетә. Ошондай уңған, ныҡыш, егәрле кешеләр ҡулында бит ул тормош, үҙенең йүнселлеге менән бәрәкәт өҫтәгән Руфина Сафинаға “афарин”! Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.
Наилә Имаева.
Читайте нас: