Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
30 Декабрь 2019, 14:15

Яңы йыл өҫтәленә ҡайнар аш

Яңы йыл өҫтәленә ниндәй ҡайнар аш әҙерләргә тип баш ватаһығыҙмы? Бөгөн мин һеҙгә тәмле ҡайнар аш тәҡдим итәм.

Уның өсөн беҙгә 1-2 килограмм фарш, бер аш ҡалағы тәмләткес, ике кишер, тоҙ, борос, дүрт баш һуған, туғыҙ картуф, 150 грамм сыр, туғыҙ аш ҡалағы ҡаймаҡ, йәшеллек кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә фаршты тоҙлап, борослап, ҡаты икмәкте һөттә ебетеп, йәшеллек ҡушып баҫабыҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы түшәп кәтлит формаһында түңәрәтеп, эсен соҡорайтып эшләп, теҙеп сығабыҙ.
Артабан кишерҙе ҡырғыстан ҡырып, һуған турап утта алһыуланғансы ҡурып алабыҙ. Уның менән кәтлиттең соҡорҙарын тултырабыҙ. Ҡырғыс аша сыр үткәреп өҫтөнә һибәбеҙ. Шунан картуфты таҙартып, ҡырғыс аша үткәреп тоҙлап, борослап сырҙың өҫтөнә оҙатабыҙ һәр бер ҡатын ҡаймаҡ менән буяйбыҙ.
Мейесте 180 градуста 50-60 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Бына беҙ теләгән ризыҡ әҙер. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Youtube.com
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: